Ситдиҡова Гүзәл. Диңгеҙ ҡеүәте

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Диңгеҙ ҡеүәте


Шарлаҡ һыуҙар етмәй диңгеҙҙәргә,
Шар-шор килеп һеңеп бөтә ергә,
Йә йылғалар сабыр ағымында
Алып китә үҙе менән бергә.
Диңгеҙҙәргә етә тәрән һыуҙар
Ҡоштар осоп иңләп сығалмаҫтай,
Ел иҫкәндән генә ҡоромаҫтай,
Ҡояш ҡыҙыуында юғалмаҫтай.
Тып-тын ғына аға тәрән һыуҙар,
Олпат ҡына тота ҡын-йырҙалар
Гөрләүектәр түгел, диңгеҙҙәрҙе
Туйындырып тора тын йылғалар


2012